Студопедия

КАТЕГОРИИ:

АстрономияБиологияГеографияДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника


кластар өсөн интернет-олимпиада тест һорауҙарына яуаптар




Тур 2015г.

 

1. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең башланғыс формаһы нисек, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

Һыйырһыңмы яҡын менән сауҙалашҡан?

Уңмайҙыр сауҙагәр күп һатыулашҡан (М. Аҡмулла).

А) сауҙа

Б) сауҙала

В) сауҙалаш

Г) сауҙалашҡан

А) һатыу

Б) һатыулаш

В) һат

Г) һатыула

Яуап : сауҙа ,һатыу

2. Бөгөнгө кеүек хәтеремдә: яҙға ҡарай тартҡайны. Ҡараңғылыҡ үҙенең йомшаҡ, ләкин һәлмәк ҡанаты менән ер өҫтөн әленән-әле нығыраҡ ҡаплай бара. Бына һеҙ йәшәгән ауыл. Ана һеҙ йәшәгән, минең бәхетем ҡунған йорт (Әнүр Вахитов).

Аҫтына һыҙылған һөйләм составы, интонацияһы һәм маҡсаты буйынса ниндәй, яуап яҙығыҙ. -1 составлы ,тойғоло ,хәбәр һөйләм

 

3. Шул заман ҡапыл үҙемде,

Әйтерһең, йәшен һуҡты...

Ҡыҙ торған ситән артынан

Теребай килеп сыҡты (М. Кәрим).

Күп нөктәләр урынына кәрәкле тыныш билдәһен ҡуйырға. –Ике нөктә ҡуйыла.

 

4. Шиғырҙа ни өсөн йәйәләр ҡулланылған, дөрөҫ яуап яҙырға.

Ҡарайым, ситән артында

Ҡыҙ мине шәйләп тора.

(Бындағы ғәҙәт буйынса,

Көнбағыш сәйнәп тора) (М. Кәрим).Һөйләмдең йөкмәткеһенә асыҡлыҡ индереүсе һөйләм йәйәләр эсенә алынған .

 

5. Туй кисе боларып килде,

Елләнеп, дауылланып,

Пыр туҙа күктә болоттар,

Йәшенләп,яуынланып (М. Кәрим).

Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгәндәр.-Рәүеш хәле.

 

6. Үҙенә халыҡтың аҡылын, тәжрибәһен, хикмәтле һүҙҙәрен йыйған, шуны ынйы итеп теҙгән, уны төшөнөр өсөн тел асҡысы талап иткән, күренеште һынлы һүрәтләүҙән һәм тәрән мәғәнәле йомғаҡлауҙан торған жанр нисек атала?-Афористик жанр

 

 

7. Көнөн яуа, төнөн яуа,

Аҙна яуа бер тоташтан,

Әйтерһең, күк ҡолаған да,

Һауа менән ер тоташҡан (М. Кәрим).

Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? –Антонимдар.

 

8. Кешелек тә тап ошолай

Һиҫкәнде һәм

Яуға сыҡты,

Һаҡлар өсөн үҙ балаһын –

Тыныслыҡты (М. Кәрим).

Һыҙыҡ ни өсөн ҡуйылған, дөрөҫ яуап яҙырға.- Өҫтәлмәлекте айырыу

 

9.Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Бураҙналар буйлап йөрөнө ләйсән,

Дым-шифаһын биреп игенгә,

Ә кешеләр мең-мең рәхмәт әйтә

Ләйсән-яҙҙы биргән был илгә (К. Кинйәбулатова).Аныҡлаусы .

 

 

10. Һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла: Ҡарлуғас түбән осһа - ямғыр булыр, юғары осһа- аяҙ булыр.

11. Һөйләүсенең тыңлаусыға йәки йәнһеҙ предметтарға, тәбиғәт күренештәренә турана-тура мөрәжәғәтен белдереп, икенсе затҡа ғына ҡараған һөйләмдәрҙә булған һәм үҙенсәлекле айырыу интонацияһы менән әйтелеп, яҙма телмәрҙә тыныш билдәләре менән айырылған һүҙҙәр нисек атала?-Өндәш һүҙҙәр.

 

12. Бер көндө апайымдар илай яҙып инәлгәс, миңә ышандырып еҙнәм уларҙы киске уйынға ебәрҙе.

– Күҙ бәйләнгәнсе ҡайтып етегеҙ, мәтри уны! – тип ҡысҡырып ҡалды.

– Апайыңдарға күҙ-ҡолаҡ бул! (М. Кәрим). Һөйләмдәге аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала, дөрөҫ яуап яҙырға.-Нығынған һүҙбәйләнештәр.

 

13. Муйыллыҡ. Эргәлә генә күҙ йәшеләй таҙа һыулы йылға. Бейек кенә ҡая. Һөҙәк яр. Бирелгән һөйләмдәр составы буйынса ниндәй?-Бер составлы һөйләмдәр –атама һөйләмдәр .

14. Мин бит һаман онотманым һине:

Күрше ҡыҙы – зәңгәр кейгән ҡыҙ,

Сиған кеүек, ҡулдарымдан ҡарап,

«Бәхет ҡошоң килер», – тигән ҡыҙ (Әнгәм Атнабаев). Һөйләмдә «зәңгәр» һүҙе ниндәй һүҙ төркөмө функцияһын үтәй? –Был һөйләмдә исем функцияһын үтәй.

 

15. Бирелгән һөйләмдәр составы буйынса ниндәй?

Төн уртаһы. Бер составлы һөйләм –атама һөйләм .

Поэмамды башлап,

Яҙам тәүге ошо һүҙҙәрҙе. Бер составлы һөйләм –билдәле эйәле һөйләм .

Ҡасан тамамланыр? Бер составлы һөйләм –билдәһеҙ эйәле һөйләм .

Нисә тапҡыр

Үткәрермен йоҡоһоҙ төндәрҙе? (Р. Ниғмәти). Бер составлы һөйләм – билдәле эйәле һөйләм.

 

 

16. – Йә инде, Хөсәйен ағай өйҙә юҡ саҡта, һыйыныр мөйөш тапмай, бер яҡты ҡарашҡа, йылы һүҙгә зар-интизар булып, бәләкәй генә башын ҡайҙа тығырға белмәй йөрөгән ошо малайҙы йәлләп, эсем боша, йөрәгем яна торғайны, – ти был (Әнүр Вахитов). Һөйләмдәге аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?-Сифат ҡылым .

 

17. Йырлап алғас, уға еңелерәк булып ҡалды, бына түгеләм тип торған күҙ йәштәре лә ҡайҙалыр ярты юлда туҡтап ҡалды (М. Ямалетдинов).

Аҫтына һыҙылған конструкция һөйләмдең ниндәй киҫәге?-Аныҡлаусы .

 

18. Һөйләмдә мәғәнә яғынан ирреаль характерҙа булған, йәғни тормошта, ысынбарлыҡта булмай торған, фәҡәт теләктәге, хыялдағы эш-хәрәкәтте, хәл-ваҡиғаларҙы ғына белдергән һүҙҙәр теҙмәһе нисек атала, яуап яҙырға.Теләк һөйкәлеше .

 

19. Предмет менән уның билдәһен, эш-хәрәкәт менән уның булыу йәки булмау рәүешен, сәбәбен, ваҡытын, урынын, маҡсатын, дәрәжә-күләмен, шартын белдергән грамматик, лексик-семантик берәмектәр нисек атала?-Хәлдәр.

 

 

20. Кешенең уй-фекерен асыҡ, образлы һәм тәьҫирле итеп биреүсе, төҙөлөшө яғынан ойош, телмәргә әҙер килеш алына торған, экспрессив биҙәкле, семантик йөкмәткеле һүҙҙәр теҙмәһе нисек атала, яуап яҙырға.-Фразеологизмдар .


Поделиться:

Дата добавления: 2015-09-13; просмотров: 249; Мы поможем в написании вашей работы!; Нарушение авторских прав


<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
ДНИ ОБРАЩЕНИЯ К БОГАМ ПО РАЗЛИЧНЫМ РИТУАЛАМ | Функция правдоподобия. Количество информации, содержащейся в независимых наблюдениях относительно неизвестного значения параметра
lektsii.com - Лекции.Ком - 2014-2024 год. (0.007 сек.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав
Главная страница Случайная страница Контакты